Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өс бала атайһыҙ ҡалды...

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡот осҡос авария 6 июндә Иглин районында теркәлде. Унда Kia K5 менән FAW йөк машинаһы бәрелеште. Еңел машинаға идара иткән Салауат районынан Раян Ғ. ваҡиға урынында һәләк булды. Йөк машинаһының водителе зыян күрмәне. Билдәле булыуынса, Раян Ғ. ҡатыны менән өс бала – ике малай, бер ҡыҙ тәрбиәләгән булған. Ҡыҙҙарына ни бары биш кенә ай. "КП-Өфө"гә мәрхүмдең ике туған ағаһы һөйләүенсә, 6 июндә Раян машинаһына техник тикшереү үткәреү өсөн Өфөгә юлланған. – Ул бик тырыш, эшһөйәр булды. Ғаиләһе өсөн өҙөлөп торҙо. Кәләше артабан нисек йәшәргә белмәй. Улар бер-береһен ныҡ ярата ине, – тип һөйләгән ағаһы. "Бәйләнештә" селтәренә һалынған фотолар буйынса, өс бала атаһы хоккей менән мауыҡҡан, бокс менән дә шөғөлләнгән булған. Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыбыҙ, түҙемлек теләйбеҙ. Фото: Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы, “На земле Салавата” гәзите.