Өфөлә "Граждандарҙы һәм юридик шәхестәрҙе яҡлау институты булараҡ, нотариаттың үҫеш тенденцияһы" тигән темаға Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. "Башҡортостандың Нотариаль палатаһына 30 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән "түңәрәк өҫтәл" символик мәғәнәгә эйә, – тип белдерҙе Башҡортостандың Нотариаль палатаһы президенты Ирина Сухова. – Ошо йылдар дауамында нотариат үҫеш юлында булды һәм һанлаштырыуға йөҙ борҙо. Беҙ халыҡҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға тырыштыҡ, белгестәргә мөрәжәғәт иткән граждандар менән тиҙ эшләргә өйрәндек, "берҙәм тәҙрә" системаһын яйға һалдыҡ. Нотариус – ул практик. Әммә бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған тормошта теоретик та булаһың, ғилми йәһәттән дә үҫешәһең. Йәмғиәт менән һәр саҡ тәжрибә уртаҡлашыу мөһим". "Түңәрәк өҫтәл"дә был өлкәнең үҫеш юлдары, нотариаттың вәкәләттәрен киңәйтеү, һанлы технологиялар индереү һәм бүтән төрлө мәсьәләләр тикшерелде. Фото: Альберт Заһиров.