Әбйәлилдән Идиә Ғәлимова менән уның әхирәт-иптәштәре йәйге урманға барып, ҡарағай тубырсығы йыйып алған. Тәбиғәттең хозурлығына, байлығына ҡыуанып видеояҙмалар ҙа төшөргәндәр. Һәр береһе берешәр биҙрә тубырсыҡ йыйған, унан файҙалы төнәтмә эшләйәсәктәр. Ә инде уларҙы айырыуса еләк сәскәһенең күп булыуы ҡыуандырған, ер өҫтө ап-аҡ икән, тимәк, быйыл был емеш мул буласаҡ. Әле Башҡортостанда айыуҙарҙың күбәйеүен иҫәпкә алғанда, беҙҙең ауыл янында ғына кешеләр өс тапҡыр тайыштабанға осраған, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡурҡмай тәбиғәт ҡосағында йөрөүе һоҡландырҙы. Уның ҡарауы, тубырсыҡтан хуш еҫле ҡайнатма әҙерләйәсәктәр һәм ҡыш көнө шифалы дарыу менән дауаланасаҡтар. Был дауаланыу ысулы тураһында күп яҙҙыҡ, рецебын күптән беләһегеҙҙер. Фото: Идиә Ғәлимова.