Көҙ аҙағына тиклем Бөрөлә һыу менән тәьмин итеүҙең яңы системаһы эшләй башлаясаҡ, тип хәбәр итә төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. "Әлегә ҡалала был маҡсатта объекттар төҙөү буйынса барлыҡ эштәрҙең 90 процент тирәһе үтәлгән. Һыу үткәргестең дөйөм оҙонлоғо 44 километр тәшкил итә, әле һуңғы метрҙары һалына. Көҙ аҙағына тиклем объектты файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә. Һөҙөмтәлә Бөрөнөң 26 мең кешеһе нормативтарға тап килгән сифатлы һыу менән тәьмин ителәсәк", - тине Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ–коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ересько. Бөрөлә һыу менән тәьмин итеү системаһын төҙөү эштәре 2022 йылда старт алды. Проект тарафынан 12 һыу йыйыу скважинаһы, һыу таҙартыу станциялары, таҙа һыу резервуарҙары төҙөү күҙаллана. “Таҙа һыу” федераль проектының төп бурысы – Рәсәйҙә үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан сифатлы эсәр һыу менән файҙаланған халыҡ һанын арттырыу. Быға тиклем проект “”Экология” милли проектына инде. 2021 йылдан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ҡарай. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.