“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡтнашҡан Ләлә Шәһит ҡыҙы Сәғитова – сығышы менән Ғафури районының Бәләкәй Үтәш ауылынан. 1978 йылда Еҙемҡаран урта мәктәбен тамамлағас, Салауат медицина училищеһына уҡырға ингән. Уны уңышлы тамамлаған ҡыҙ Стәрлебаш районының Мостафа ауылынан Бакир Сәғитов менән ғаилә ҡора. Ошонда урындағы колхоздың сәләмәтлек пунктында хеҙмәт юлын башлай Ләлә Шәһит ҡыҙы. 1981 йылдан – медицинала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш елдәре кешене аямай, бәлә-ҡаза ла ҡайын түгел, кеше башынан йөрөй шул. Сәғитовтарҙың улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле һәләк булған. 1986 йылда, ғаиләгә бәхет нуры булып, ҡыҙҙары тыуған. Хәҙер уның һәм ейәнсәрҙәренең хәстәрлектәре менән йәшәй Сәғитовтар. Ләлә менән Бакир Сәғитовтар ҡырҡ йылдан ашыу бергә ғүмер күсерә. Тағы шуны әйтергә кәрәк, Ләлә Шәһит ҡыҙы утыҙ йыл ҡәйнәһе менән бергә йәшәгән. Ул медицина хеҙмәткәре булған килененә бала ҡарауҙа ҙур терәк булған. Ошо хаҡта йылы хәтергә ала Сәғитовтар. Хәҙер Ләлә Шәһит ҡыҙы