Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Бөгөн – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө!

Йыл һайын йәмле июнь айында илебеҙҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һ.б. – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала.

Хеҙмәтенән, тормошонан йәм табып, кешеләргә изгелек нуры сәсеп йәшәгән барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Һеҙҙең дә ярҙамға мохтаждарға күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып әйләнеп ҡайтһын!