Найти в Дзене

Бер юлы өс автомобиль!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу програмаһына ярашлы, Өфөләге Дим районы ҡала клиник дауаханаһына үҙебеҙҙә етештерелгән өс автомобиль алынды. Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу. Яңы транспорт уңайлылығы, ныҡлығы һәм ҡулланыуҙа ябайлығы менән айырыла. Өҫтәүенә яғыулыҡты аҙ тотона. Автомобилдәрҙе халыҡҡа кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн файҙаланасаҡтар. "Яңы автомобилдәр беҙгә кисектергеһеҙ медицина ярҙамын һиҙелерлек яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк", – тине ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Фәнил Шәмиғолов. 2023 йылда Рәсәйҙә 1,2 меңдән ашыу тәүге звено объекттары төҙөлдө, 1,5 мең бинаға капиталь ремонт үткәрелде һәм өс меңдән ашыу берәмек автомобиль транспорты алынды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тор

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу програмаһына ярашлы, Өфөләге Дим районы ҡала клиник дауаханаһына үҙебеҙҙә етештерелгән өс автомобиль алынды. Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу. Яңы транспорт уңайлылығы, ныҡлығы һәм ҡулланыуҙа ябайлығы менән айырыла. Өҫтәүенә яғыулыҡты аҙ тотона. Автомобилдәрҙе халыҡҡа кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн файҙаланасаҡтар. "Яңы автомобилдәр беҙгә кисектергеһеҙ медицина ярҙамын һиҙелерлек яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк", – тине ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Фәнил Шәмиғолов. 2023 йылда Рәсәйҙә 1,2 меңдән ашыу тәүге звено объекттары төҙөлдө, 1,5 мең бинаға капиталь ремонт үткәрелде һәм өс меңдән ашыу берәмек автомобиль транспорты алынды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.