Билдәле булыуынса, әле Ай календары буйынса зөлхизә айының тәүге ун көнлөгө бара. Динебеҙҙә был мәл оло әһәмиәткә эйә. Ошо йәһәттән бер нисә хәҙис тәҡдим итәбеҙ. * "Аллаһ Тәғәләгә зөлхизәнең тәүге ун көнөндә ҡылынған ғәмәлдәрҙән күркәмерәге юҡтыр" (әл-Бохари, Әбү Дауыт, әт-Тирмизи, әд-Дәрими). * "Аллаһ Тәғәләгә зөлхизәнең тәүге ун көнөнән олораҡ көндәр юҡтыр һәм был көндәрҙә ҡылынған ғәмәлдәрҙән күркәмерәк ғәмәлдәр юҡтыр. Шуға ла был көндәрҙә “Сөбхәналлаһ”, “Әлхәмдүлилләһ”, “Лә иләһә илләллаһ”, “Аллаһү әкбәр” тип әйтеүҙе күбәйтегеҙ!" (Әхмәт һәм әт-Табарани; сәхих). * "Аллаһ рәсүленең ҡатындарынан риүәйәт ителеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ зөлхизәнең тәүге туғыҙ көнөн ураҙала үткәрер булған (унынсы - Ғәйет көнөндә ураҙа тотоу тыйыла). Ғәрәфәт көнөндә (9-сы зөлхизә) ураҙа тотоу айырыуса хуплана, сөнки Аллаһ рәсүле: "Ғәрәфәт көнөндәге ураҙа ‒ былтырғы һәм быйылғы гонаһтарға кәффарат", ‒ тигән (Мөслим). Йәғни был көндә ураҙа тотҡан кешенең ике йыл дауамындағы хата-гонаһтары ярлыҡана. * "Зөлхизәнең