Уны йыл һайын эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Мәскәү һәм Төмән өлкәләре менән бергә үҙенең күрһәткестәрен бер позицияға яҡшыртып, өсөнсө урын яуланы. Рейтингтың беренсе баҫҡысын Мәскәү биләй, ә икенсе баҫҡысты Түбәнге Новгород өлкәһе менән Татарстан бүлешә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар агентлығы командаһына, илдең эшлекле берләшмәләренә һәм төбәк губернаторҙарына инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыу буйынса әүҙем эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. 2023 йылда республикабыҙ иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 7,6 процентҡа артып, 620 миллиард һумға барып баҫҡан. Ә 2019 йылдан 2023 йылға тиклем төбәккә инвестиция ағымы 52,9 процентҡа артҡан. Төбәк һәм муниципаль кимәлдә даими рәүештә “Инвестиция сәғәттәре” һәм “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” үткәрелә. Уларҙа яңы проекттарға булышлыҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әйткәндәй, 2024 йылдың йәй башына ҡарай төбәктә бөтәһе 360-тан