Уны йыл һайын “Газпром газ-мотор яғыулығы” компанияһы төҙөй. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү кимәле буйынса Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урындан өсөнсө урынға күтәрелгән. Рейтингтың тәүге ике баҫҡысын Санкт-Петербург һәм Ростов өлкәһе биләй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров берлектәге эш өсөн “Газпром газ-мотор яғыулығы” компанияһына рәхмәт белдерҙе. – Республикабыҙҙың рейтингта юғары баһаһы – газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе. Беҙ был йүнәлештә “Газпром” һәм башҡа компаниялар менән әүҙем эшләйбеҙ. Беҙҙә 51 автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй, 2024 йылға уларҙың һанын 13-кә арттырға ниәтләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru