Найти тему
Башҡортостан гәзите

Пленар ултырышта Радий Хәбиров ҡатнашты

7 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петербургта XXVII халыҡ-ара иҡтисади форумдың пленар ултырышында ҡатнашты. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. -Санкт Петербургтағы форум эшлекле бәйләнештәр булдырырға, хеҙмәттәшлек тураһында килешергә, перспективалы проекттарға старт бирергә мөмкинлек тыуҙырып ҡына ҡалмай, асыҡ дискуссияла глобаль һәм төбәк баҙарындағы көнүҙәк тенденциялар буйынса фекер алышырға юл аса, – тине Владимир Путин. Дәүләт етәксеһе иҡтисадтағы бөгөнгө хәл һәм ил үҫешенең перспективалы йүнәлештәре тураһында һөйләне. -Бөгөн донъяла тормоштоң барлыҡ тармаҡтарында ла тиерлек ныҡлы технологик үҫеш күҙәтелә. Ул идара итеү, производство процестарын, хатта тотош тармаҡты етди үҙгәртә. Технологик процестың өҫтөнлөктәре менән тулы күләмдә яңы ҡарарҙар сығарған ғына түгел, ә уларҙы тиҙ генә тормошҡа ашырған илдәр ҡуллана аласаҡ,– тине Владимир Путин. – Рәсәй технология үҙгәрештәренә юғары кимәлдәге әҙерлеген дәлилләне. Беҙҙең финанс секторы, электрон сауҙа, транспорт хеҙмәттәре тармағы, Дәүләт идаралығы системаһы үҙгәреүен күрәбеҙ. Бындай процестар Ҡораллы көстәрҙә лә тарала. Унда ла беҙгә технологик яңыртыуҙың юғары темпта булыуы бик мөһим. Шулай уҡ ил Президенты халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең төп принциптарын да билдәләне. Фото:Башҡортостан Башлығы сайтынан.