Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Хәтерҙән башҡа минең бер нәмәм дә юҡ..."

Бөгөн билдәле блогер Рөстәм Нәбиев үҙенең социаль селтәрҙәрендә әсәһенә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы яҙма ҡалдырҙы. “Әсәйем үлгәс, ағай менән минең өҫтән хәстәрлекте бөтә яҡындарыбыҙ үҙ өҫтөнә алды. Иң яҡын кешеләреләй яҡланылар, үҫтерҙәләр һәм яраттылар. Бының өсөн мин уларға ғүмер буйы рәхмәтлемен. Әммә миңә теләһә ниндәй бала кеүек үк тик уның мөхәббәте етмәне... Уның ҡосағының йылыһы, уның тауышы, еҫе, наҙы, уның һөйөүе – быларҙың барыһы ла бала саҡтың алыҫтағы хәтере булып ҡына ҡалды. Был хәтирәләр бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ һәм йылдан-йыл онотола бара... Тап шуға күрә мин бөртөкләп әсәйемә бәйле бөтә нәмәне йыя башланым – һәр хәтирә, һәр деталь, уның энергияһы һаҡланған ниндәй ҙә булһа әйбер. Сөнки хәтерҙән башҡа минең бер нәмәм дә юҡ... Ихлас күңелдән атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙҙең менән мөмкин булғанса күберәк булһын тип теләйем. Уларҙы ҡәҙерләгеҙ, яратығыҙ, бергә күберәк ваҡыт үткәрегеҙ. Сөнки иртәме, һуңмы, был хәтирәгә әйләнәсәк”, – тип яҙҙы ул. Шулай уҡ Рөстәм видеояҙма һалды һәм унда әсәһенең фотоһүрәтен күрһәтте. Ул фотола әсәһенә 21 йәш, ул табип булған. Һәм егет шул фотола әсәһе кейгән күлдәкте күрһәтте. Баҡһаң, өләсәһе ҡыҙының кейемдәрен һаҡлап ҡалған икән. Рөстәм ул күлдәктәрҙе өләсәһенән алған, йыуған һәм йүнәткән. Әле унда әсәһенең өс күлдәге бар, һәм ул, һәр береһен ҡәҙерләп һаҡлаясаҡмын, тине. Тереләрҙең ҡәҙерен беләйек! Фото: социаль селтәрҙәр.