Өфөлә Ағиҙел йылғаһынан, тимер юл вокзалы районында, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡатынды сығарған, әле уның шәхесе асыҡлана. Туймазы ҡалаһында иһә Земснаряд күленән ҡотҡарыусылар ирҙең кәүҙәһен сығарған, уның да кем булыуы асыҡлана. Иглин районы Тәкәй ауылы эргәһендә Сим йылғаһынан 1987 йылғы ир сығарылған, ул 22 майҙан юғалған тип иҫәпләнгән. Һәләк булғандарҙың барыһы ла хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла, оператив-тикшереү саралары үткәрелә, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана. Хөрмәтле дуҫтар, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ: - Рәсми пляждарҙа ғына һыу инегеҙ; - Алкоголле эсемлек эскән булһағыҙ, һыуға төшмәгеҙ; - Балаларҙы һыу буйында һәр ваҡыт күҙәтеп тороғоҙ, уларға ҡотҡарыу саралары кейҙерегеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуға батып үлгәндәр һаны көндән-көн арта, шуға ла йылғаларҙа һәм күлдәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Фотолар: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.