7 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форум сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Газпромбанк” акционерҙар йәмғиәтенең беренсе вице-президенты, идаралыҡ ағзаһы Павел Бруссер тарафынан республика хөкүмәте һәм банк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был документ инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙа яҡтар бәйләнешен көйләй. -Был килешеүгә дөйөм һыҙат хас, - тине Радий Хәбиров. Беҙгә ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу бурысы тора. Беҙ төрлө тәҡдимдәрҙе ҡарарға әҙер. Төбәк етәксеһе дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмының ҙур объекттар төҙөлөшөн финанслауҙың һөҙөмтәле ҡоралы булыуын да билдәләне. -Концессия һөҙөмтәһендә беҙ Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөнөк. Был - бик яҡшы тәжрибә. Шуға ла “Газпромбанк” менән хеҙмәттәшлектә бындай варианттарҙы тикшерергә әҙербеҙ, - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.