Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ауыл хужалығы ла һанлаштырыла

7 июндә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Илшат Фазрахманов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «ЭР-Телеком Холдинг» акционер йәмғиәте президенты Андрей Кузяев менән осрашты. Яҡтар Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек варианттарын тикшерҙе. Компания төбәктә “Агрометеомониторинг” сервисын үҫтереүҙе тәҡдим итә. Метеостанция селтәрҙәрен ауыл хужалығы майҙандарна урынлаштрыу күҙаллана. Был иһә яуым-төшөм, тупраҡтың дымлылылығы һәм башҡа мәғлүмәттәр буйынса хәлде тиҙ арала мониторингылау маҡсатында эшләнә. Мәғлүмәттәрҙе онлайн-режимда күреп буласаҡ, шул иҫәптән “АПК" мәғлүмәт–аналитика системаһының ресурстарында ла сағыласаҡ. -Тармаҡты әүҙем үҫтереү өсөн трансформациялау мөһим. Тәүге сиратта барлыҡ процестарҙы һанлаштырырға кәрәк, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фазрахманов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.