Петербургтың халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй субъекттарында инвестиция климаты торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләренең презентацияһы үтте. Уның барышында илдә төбәк инвестиция стандарты индереү һөҙөмтәләре барланды. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников билдәләүенсә, төбәк инвестиция стандарттары күрһәткестәре стратегик башланғыстар агентлығының милли рейтингын формалаштырыуҙа мөһим роль уйнай. Бөгөнгө көндә 82 төбәк стандартҡа ярашлы булыуҙы раҫланы, ә былтырғы йылдың һөҙөмтәләре буйынса уны индереү буйынса лидер төбәктәре рәтенә Башҡортостан да инде. -Инвестициялар йәлеп итеү буйынса милли рейтинг бик мөһим, сөнки губернаторҙарға иң яҡшы өлгөләр нигеҙендә инвесторҙар менән системалы эш булдырырға булышлыҡ итә. Икенсенән, бизнесты баһалау бар, ул иһә инвестрейтингты булдырғанда кире бәйләнеште тәьмин итә. Кире бәйләнеш булыуы һөҙөмтәһендә инвест сәйәсәт көйләнә, - ти Максим Решетников. Башҡортостанда төбәк инвестиция стандарты 2022 йылдан индерелгән. Былтыр федераль кимәлдә Башҡортостандың иң яҡшы өлгөләре итеп Инвестиция комитеты, Инвестиция декларацияһы, Инвестиция үҫеше агентлығы танылды. Шуны ла билдәләү мөһим быға тиклем дә Башҡортостан федераль кимәлдә иң күп инвестиция майҙансыҡтарын күрһәткән төбәк булараҡ билдәләнде. Бөгөн Рәсәйҙең инвестиция картаһындағы “Инвестиция майҙансыҡтары” модулендә 1455 объект күрһәтелгән. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.