Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рейхстагка Еңеү байрағын ҡаҙауҙың тере шаһиты ине...

Фәйзулла Арыҫланбәк улы Биктимеров – Стәрлебаш районында билдәле шәхес. Ул төбәктә иҫән ҡалған ике һуғыш ветеранының береһе ине. Ғүмеренең күп өлөшөн урман тармағына арнаған шәхестең 100 йыллыҡ юбилейын яҡташтары тантаналы шарттарҙа, ҡәҙерле ҡунаҡтар һәм туғандар солғанышында былтыр октябрҙә үткәргәйне. Күренекле полководец, “Еңеү Маршалы” Георгий Жуков, фельдмаршал Кейтель кеүек легендар хәрбиҙәр менән күҙгә-күҙ осрашҡан, яу ҡырында тарихта киң билдәле капитан Хван менән бергә һуғышҡа ингән кеше ул. Әлшәй районының Ташлы ауылында йәшәгән Арыҫланбәк һәм Мәнәүәрәнең икенсе улдары булып донъяға килә ул. Ғаиләлә ете малай, ике ҡыҙ үҫә. Бөйөк Ватан һуғышында атаһы, ағаһы, үҙе һәм ҡустыһы ҡатнаша. Барыһы ла имен-аман ҡайтып, артабан тормош көтәләр. 7-се класты тамамлағас, 1939 йылда, Фәйзулланы Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында урынлашҡан “Уралвагонзавод”ына уҡырға ебәрәләр. 1941 йылдың яҙында Силәбе ҡалаһына практикала була. Һуғыш башланыу тураһындағы хәбәрҙе ул шунда ала. Егетте туған колхозына эшкә ҡайтаралар. Күп тә үтмәй, һуғышҡа оҙаталар. - Раевкаға 14 малай килдек. Кейемдән аяҡта - сабата, өҫтә - күлмәк. Өс ай Алкинда әҙерлек үттек, - тип һөйләгән ветеран. Фәйзулла Биктимеров 1-се гвардия танк армияһының 21-се механизацияланған танк бригадаһы подразделениеһы командиры итеп мина-инженер ротаһына тәғәйенләнә. Саперҙар взводында була. Фәйзулла Биктимеров — Берлинды алғандың, Рейхстагка Еңеү байрағын ҡаҙауҙың тере шаһиты, фельдмаршал Кейтелде әсирлеккә алып, Жуковҡа алып барғанда ҡатнаша. Һуғыштан һуң тағы ике йыл Германияла хеҙмәт иткәндән һуң ғына тыуған иленә ҡайта. Өйләнеп, матур ғаилә ҡора. Тәүҙә Федоровка районында йәшәйҙәр, унан Стәрлебашҡа күсеп киләләр. Балалар үҫтерәләр. Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн” ике миҙал, "Варшаваны азат итеү", "Берлинды алған өсөн" миҙалдары менән наградлана. Фәйзулла Арыҫланбәк улы Биктимеровты стәрлебаштар кисә һуңғы юлға оҙатты. Һүрәттәрҙә: Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының 100 йәшлек юбилейын үткәргән бәхетле мәлдәр. Р. Йәғәфәров фотолары.