Хисмәтова Фәһимә Фәһим ҡыҙы – Дәүләкән районы Имай-Ҡарамалы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, фельдшеры. Хеҙмәт стажы – 50 йыл. Белеүебеҙсә, фельдшерҙар табиптар кеүек, “Дауалау эше” белгеслегенә эйә. Улар, ғәҙәттә, урта махсус белемгә эйә булһа ла, яуаплылыҡ табиптарҙыҡы кеүек үк ғәйәт ҙур. Был һөнәр эйәләренә ашығыс медицина ярҙамы, алдан диагноз ҡуйыу, иҫкәртеү саралары тураһында хәстәрлек күреү һәм башҡа ғәмәлдәр атҡарырға кәрәк. Шуға күрә был һөнәр эйәләре ауылда йәшәүселәр өсөн бигерәк тә ҙур мәғәнәгә эйә, хөрмәт ҡаҙана. Фәһимә Фәһим ҡыҙы Хисмәтова – үҙ һөнәре оҫтаһы, уға сәмлелек, һөнәри оҫталыҡ хас. Уның фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ, көнмө-төнмө, медицина ярҙамынан файҙалана. Бер нисә быуын вәкилдәре уға ошо ваҡытында күрһәтелгән ярҙамы өсөн сикһеҙ рәхмәтле. Фәһимә Фәһим ҡыҙы оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһенә лайыҡ булған. Ярты быуат ғүмерен яратҡан һөнәренә арнаған, бихисап кешеләргә йәшәү бәхетен бүләк иткән Фәһимә Фәһим ҡыҙы етеп килгән һөнәри байрамдары айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ – оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәхет теләйбеҙ. Һеҙ ҙә, дуҫтарыбыҙ, беҙҙең изге теләктәребеҙгә ҡушылып, күтәрмәләп, “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан фельдшерҙарға комментарийҙар яҙығыҙ, лайк ҡуйығыҙ, тауыш бирегеҙ. Һәр нимәне үҙ ваҡытында атҡарыу фарыз икәнлеген онотмайыҡ. Фото: Фәһимә Хисмәтованың шәхси архивынан.