Дыуан яҡтарына юл төшкәндә Мәрйәмғул ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Динис Хужин менән танышырға тура килде. Уның хужалығында 100-ҙән ашыу башҡорт тоҡомло ат иҫәпләнә. Эш башлаусы фермер булараҡ, дәүләттән ярҙам алып, шулай йылҡыларын ишәйтеп алған. -Бала саҡтан атта һыбай йөрөп үҫтем. Һабантуйҙа ат сабышында ҡатнашып, призлы урындар ала торғайным. Шуға ла тап йылҡы үрсетеү хыялым булды. Башҡорт тоҡомло аттар сыҙамлылар, тибендә йөрөүҙәре менән дә уларға сығым күп талап ителмәй. Аттарыбыҙ төрлө сабыштарҙа ла ҡатнашып алдынғы урындарҙы яулай, - ти фермер. Яңғыҙың ғына бындай ҙур эште алып барыу мөмкин түгел. Динис Мөҙәрис улына ғаиләһе, туғандары ныҡлы ярҙам итә. 14 йәшлек Искәндәр улы уның уң ҡулы тиһәк тә хата булмаҫ. Йәй дауамында аттар көтөү уның иңендә. Көтөү көтөп йүнсел егет үҙенә мотоцикл һатып алған. Көтөүлеккә барып Искәндәрҙең үҙен дә күреп килдек. - Аттарҙы ҡарау оҡшай. Туғыҙ йәштәрҙән үк һыбай йөрөйөм, - тине тырыш егет. Хужиндарҙың йылҡысылыҡ буйынса эше ырамлы барһын, киләсәктә аттар һаны тағы ла ишәйһен, йылдар үтеү менән был башланғысты Искәндәрҙең дауам итеренә лә өмөт ҙур. Авттор фотолары.