Найти тему
Башҡортостан гәзите

Музыка тантана итте

Учалы районының Уральск ауылы балалар сәнғәт мәктәбендә “Музыка һәм буяуҙар балҡышында” тип аталған яратҡан сәнғәт мәктәбенең 50 йыллығына арналған отчет концерты үтте. Сараны “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында ойошторҙолар. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар был көндө тулҡынланып көттө. Күп функциялы клуб сәхнәһендә балалар һәм өлкәндәрҙең дуҫ һәм ижади коллективының ҙур эш һөҙөмтәһе булараҡ тантаналы сара уҙҙы. Өс сәғәтлек концерт музыкаль марафон, музыка тантанаһын, бәләкәй һәм өлкән артистар менән осрашыу шатлығын ҡалдырып, бер тынала үтте. Был көндө мәктәп элекке сығарылыш уҡыусыларынан, ата-әсәләрҙән рәхмәт һүҙҙәре һәм яңы ижади идеялар теләүҙәре менән бик күп ҡотлауҙар ҡабул итте. “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Уральск ауылы балалар сәнғәт мәктәбе йыһазландырыу буйынса грант еңеүсеһе булды. Грант аҡсаһына балалар өсөн музыка ҡоралдары - ксилофон, вибрафон, фортепиано, флейта, гитара һатып алынды. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.