Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Еңербеҙ һәм башҡа эштәргә лә ваҡыт табылыр"

...Махсус хәрби операция биләмәһе. Ҡыйыу Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальоныбыҙ. Алыш, беҙҙекеләр алға табан бара. Кемдер – алғы һыҙыҡта кемдер йыуынырға, нығынырға, ял итергә сыҡҡан. Ошо арала егеттәр менән танышабыҙ, аралашабыҙ. Командировка мәлендә беҙҙе таныштырып та, һаҡлап та йөрөгән тәжрибәле яугир “Шаман” йөҙгә 50 йәштәр самаһындағы “Полик” һәм унан ике тапҡыр йәшерәк “Поэт” менән таныштыра. Шағир... Таныш һүҙ. Ҡыҙыҡ булып китте. “Ни өсөн шағир һуң?” – тип ҡыҙыҡһынам. – Гражданкала шиғырҙар яҙа инем. Мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ. Үҙем сығышым менән Стәрлебаштан. Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйем, – ти “Поэт”. Һуғыш, әле генә яу эсенән сыҡҡан был йәш егеттең асыҡ, хатта балҡып торған йөҙөн күреп аптырап (хатта сәйерһенеп тиһәм дә, хата булмаҫ) бағам. Асыҡ йылмайып һөйләшеүе әңгәмәгә ышаныс өҫтәй бара. Егеттәребеҙҙең ауыр һуғыш мәлендә лә көр күңелле булыуы һоҡландыра. Хәйер, яуға төшөнкөлөк менән инергә ярамай... Ошо урында батальонда был йәһәттән дөрөҫ эш алып барылғанына инандыра. Командирҙар һәр саҡ егеттәрҙең хәрби әҙерлеген генә түгел, ә күңел торошон да нығытып тора. Хәрби көс ҡорал һәм хәрби күнекмәне генә аңлатмай шул. Ҡыйыулыҡ кәрәк! Алға китеп әйткәндә, ғөмүмән, артабан, ошо һәм башҡа подразделениеларҙа булғанда ла Башҡортостан егеттәре хаҡында яҡшы яҡтан ғына ишетергә тура килде. Был һүҙҙәр хәрби әҙерлек буйынса ла, психологик йәһәттән ныҡлы булыуҙары хаҡында ла ине. Һәм, әлбиттә, яҡташтар булғандары өсөн генә матур һүҙҙәр яңғыраманы – егеттәрҙең ауыр хәрби заданиеларҙы уңышлы үтеп сыҡҡандан һуң күкрәктәрен биҙәгән орден-миҙалдар үҙҙәре үк ошо хаҡта һөйләй. – Бында шиғырҙар яҙаһыңмы һуң? – тип төпсөнәм “Поэт”тан. – Әлегә күңелдә шиғыр тыумай шул, тыуһа ла, ваҡыт юҡ, – ти яҡташ яугир. – Дөрөҫөн әйткәндә, ул хаҡта уйлаған да юҡ. Бына еңербеҙ, һуғыш бөтөр, шул саҡ шиғырға ла, башҡа эштәргә лә ваҡыт табылыр! Әңгәмә бара... Егеттәр менән аралашҡан арала күктә дрондар күренә. Беҙ, журналистар, һағайып ҡарайбыҙ. Тән зымбырҙап китә. – Дошмандыҡы... Әммә борсолмағыҙ, әлегә күҙәтәләр... Шул саҡ атыш тауыштары яңғырай. “Ҡош”то бәреп төшөрөргә, бик булмаһа, ҡурҡытырға кәрәк! Егеттәр “ҡош”ҡа ут яуҙыра. – Осоп торалар, осоп торалар, – тип һүҙгә ҡушыла “Полик” та. – Һәр саҡ уяу булырға кәрәк. Ҡайҙа техника, кеше күберәк – ҡарап ҡына торалар. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең егеттәр ҙә уяу, уяуыраҡ, дошман позицияһын ҡапшап ҡына торабыҙ. Баҡтиһәң, шартлатҡыстар менән дә оса икән дрондар бында. “Нисек? Ҡала алыҫ түгел, урамда балалар йөрөй!” – Улар өсөн бер ниндәй ҙә изге төшөнсә юҡ шул. Яу яланында уңышҡа тарый алмағас, позицияға, граждандар араһына инеп, үс алмаҡсылар. Кескәй генә балаларҙы салып, подвалға ташлап киткән йәлләдтәрҙән тағы нимә көтөргә була?.. – ти “Полик”. – Үҙемдең бәләкәй ҡыҙым бар, ошо күренеште күҙ алдына килтерҙем дә МХО-ға юлландым. – Беҙ ошо мәхшәрҙе туҡтатыр өсөн бында ла инде!.. – ти шиғыр образы өҫтәп “Поэт” та. Яҡташтар икеһе лә махсус хәрби операция зонаһында Шайморатов исемендәге батальон булдырылғандан бирле тиерлек алыша. “Поэт” батальон төҙөлгәндә килһә, “Полик” өлөшләтә мобилизация башланғас, хәрби белгеслек тура килә тип, үҙе хәрби комиссариатҡа юллана. Тик йәшең тура килмәй тип ҡайтарып ебәрәләр. Шулай ҙа бер көн (былай әйтеү дөрөҫ булырмы) бәхет йылмая уға: Шайморатов исемендәге батальонға ҡушылырға тәҡдим итәләр. “Полик” быға тиклем егерме йылдан ашыу Башҡортостан сода компанияһында эшләгән. Яратҡан эше, ғаиләһе бар, бер тапҡыр яу яланында хәрби бурысын үтәгән – тағы нимә кәрәк? Ошондай һорауҙы биргәс, яугир ҡапыл ғына яуапламай. – Беләһегеҙме, бер көн миңә ҡыҙым нимә тине? “Атай, мин һеҙҙе “атай һәм әсәй” тип әйтһәм, яраймы ул киләсәктә? “Миңә “первый родитель” тип әйтеү оҡшамай”. Ҡайҙан нисек ишетеп ҡалғандыр, әммә бында һүҙ Көнбайыштың “ғаилә ҡиммәттәре” тураһында бара бит... Шул саҡ “был әшәкелекте туҡтатырға кәрәк” тигән нәфрәтле уй тыуып, фронтҡа юлланам тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Һөйләшкән арала эргәлә торған “Буханка”ға ҡарап алам, тишкеләнеп бөткән, быялала атыу эҙҙәре, ишектә шартлау эҙемтәһе... Ҡыҙыҡһыныуымды һиҙеп, “Поэт” һүҙгә ҡушыла: “Полик”тыҡы, бишенсе машинаһын алмаштыра инде... Ярай әле, яҡташтар – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, Стәрлетамаҡ районынан, минең Стәрлебаштан башҡа төр гуманитар ярҙам менән әленән-әле машина ебәреп торалар, дошман яндырып өлгөртә алмай хатта”. Баҡтиһәң, “Полик” алғы һыҙыҡҡа яугирҙәрҙе алып инә икән, ҡорал, аҙыҡ-түлек алып барһа, кирегә яралыларҙы алып сыға. Шул ике араны көн дә, ҡайһы берҙә хатта көнөнә бер нисә тапҡыр үтергә тура килә. Ошо “сәфәр” барышында дошман “һыйларға ла онотмай”. Үҙе артыҡ һөйләп бармаһа ла, аңлашылып тора: “һыйға” гел машинаһы ғына тура килмәй, ни ҡылаһың, фронт бит, хәрби задание үтәлергә тейеш! Әңгәмә бара... Алыҫтараҡ шартлау тауыштары тынмай. “Беҙҙекеләр алға бара!” – “Поэт” мәғәнәле итеп йылмая. Эйе, һәр кемдең үҙ бурысы, позицияһы, ә Еңеү берәү! – Ике улым, бер ҡыҙым бар минең, – тип дауам итә һүҙен “Полик”. – Өлкәне һәм кесеһе өйҙә. Уртансыһы – бында икенсе подразделениела. – ? – Эйе, уртансы улым махсус хәрби операция башланғандан алып уҡ бында инде. Хәрби кеше бит, алғы һыҙыҡта. – Күрешәһегеҙме? – һорамай булдыра алмайым... – Ике йылға бер күрештек. Бәйләнеш бар, тик һирәк. Иҫән, алыша – шуныһын беләм һәм ошо мәғлүмәт етә, – ти атай кеше, алыҫҡа бағып. Һиҙҙермәҫкә тырыша ир, әммә һағышын, борсолоуын күҙҙәр фашлай... Килер көн, бирһен Хоҙай, был күҙҙәр бәхетле йылмайған хәрби улды күрһен! “Бергә хеҙмәт итһәгеҙ, еңелерәк булмаҫ инеме?” – тигән һорау яңғырай. – Сетерекле мәл килеп тыуһа, беребеҙ икенсебеҙҙе ҡотҡарам тип хата ҡылыуы ла бар, шуға айырым-айырым хеҙмәт иткәнең хәйерле. “Тыуған яҡ рухын алып килдегеҙ”, – тип ҡыуанған яҡташтар үҙҙәре беҙҙең менән аралаша. Бер үк ваҡытта һауаға бағырға, хатта тын ғына тороп тыңлап алырға, тирә-яҡҡа күҙ һалып алырға ла онотмайҙар. Күрәһең, хәүеф-хәтәр һынап ҡына тора, шулай уҡ буласаҡ яуға, сығасаҡ юлға ла әҙерләнә улар. Ҡоралдарын ҡараштыра, һаҡланыу сараларын барлай. “Поэт” тигәс тә шиғырҙар ғына тыумай был шуҡ та, етди ҙә, етеҙ ҙә егеттән. “Гражданка”ла Себер тарафтарында эшләгән ул, ауыр төҙөлөш-монтаж өлкәһендә, эш хаҡы ла мул булған. Тик ирмен тигән ир яуға юлланған! Ниндәй генә хәрби задание үтәмәй ул: һөжүмгә лә бара, разведкаға ла, рота старшинаһы бурысын да үтәй. – Үҙемде һынап ҡарарға булдым. Улы хаҡына, уның тыныс киләсәге хаҡына – был яңғырауыҡлы автор һүҙҙәре түгел, яугир рухлы, шағир күңелле “Поэт”тың ихлас әйткәндәр фекерҙәре. – Улым бар. Июндә тыуған көнө була, шуға ҡайтырға ине янына, – тип пландарын уртаҡлашып алды шағир-яугир. Был һүҙҙәргә тыуған көнөнә генә түгел, Еңеү менән улың янына бөтөнләйгә ҡайт, тип эстән генә өҫтәп ҡуйылды. ...Күпме ваҡыт үткәндер, егеттәр менән ваҡытлыса һаубуллашып, артабан башҡа подразделениеларға юл тоторға ваҡыт. Әммә ошо ваҡыт арауығы ла улар менән мәңгелеккә дуҫлаштырып өлгөрҙө, берсә бер мәл генә, берсә мәңгелек булып уйылды был осрашыу. Йәнә осрашыуҙар булһын ине, “Поэт”, “Полик”, бирһен Хоҙай! (Дауамы бар.) Рәмил МАНСУРОВ. Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ фотолары.