Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төбәк етәксеһе “Арнест” президенты менән осрашты

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Арнест” акционерҙар йәмғиәте президенты Алексей Сагал һәм “Берләшкән һыра ҡайнатыу заводтары” холдингы президенты Ораз Дурдыев менән осрашты. – Беҙ Башҡортостандың ҙур инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәтен күрәбеҙ. Төбәк етәкселеге менән осрашыу берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға ике яҡтың да ҡыҙыҡһыныуын раҫлай, – тип билдәләне Алексей Сагал. – Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә яңы һулыш бирер тип ышанам. Осрашыу барышында яҡтар төбәк биләмәһендә холдинг эшмәкәрлеге мәсьәләләрен тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың майында Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре сиктәрендә “Шихан” һыра ҡайнатыу заводы майҙансығында булды һәм производствоны яңыртыу пландары менән танышты. Һүҙ цехтарҙы һәм келәттәрҙе ремонтлау, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыу тураһында бара. Журналистар менән әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡ предприятиеһын яңыртыуҙың һәм продукция етештереү күләмен арттырыуҙың төп бурыстары хаҡында һөйләне. – Коллега-эшҡыуарҙар беҙҙән производствоны арпа менән тәьмин итеүҙе һораны. Беҙ ауыл хужалығы етештереүселәре менән оҙайлы контракттар төҙөргә тәҡдим иттек. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ заводын ғына түгел, ә холдинг предприятиеларының барыһын да сеймал менән тәьмин итергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru