Был көндәрҙә республикабыҙ бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуыуына 225 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙҙың Пушкин аллеяһында шағирға арналған “Шиғриәт сәғәте” булып уҙҙы. Унда билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар ҡатнашты. Шағирҙың бюсына сәскә һалдылар һәм шиғырҙарын уҡынылар. Барыбыҙ ҙа бала саҡтан уҡ ижады менән таныш булған, яратҡан шағирыбыҙ – XIX быуаттың беренсе сирегендәге иң абруйлы әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең береһе. Үҙе иҫән саҡта уҡ уның бөйөк рус милли шағиры тигән абруйы барлыҡҡа килә. Ул хәҙерге рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы булараҡ та таныла. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла рус шағирының беҙгә әҙәби тел һәм мәңгелек ижад ҡалдырыуын билдәләп үтте: – Александр Пушкин беҙгә бөйөк мираҫ, бөйөк ижад ҡалдырып киткән. Үҙенең ижадында ул башҡорттарҙы ла яҙа. Мәҫәлән, билдәле “Капитан ҡыҙы” әҫәрендә уларҙы бик тапҡыр һүрәтләп бирә. Беҙ бөгөн тарихыбыҙҙың ҡайһы бер өлөшөн тап Пушкиндың әҫәрҙәре аша беләбеҙ. Пушкин – ул һәр б