Сибәрлек менән аҡыл, тәрбиә менән белем, хәстәрлек, уңғанлыҡ менән изге күңел – был төшөнсәләр мәңгелек. Ошо сифаттарҙың барыһы ла бер кешелә тупланһа, һәр кемдә улар ғәжәйеп һоҡланыу уята. Ә бит тормош шул тиклем матур, үрҙә әйтелгән кешелек сифаттарына эйә булған, йәнә быға өҫтәп, йәшәү йәмен белгән, фиҙакәр хеҙмәт иткән замандаштарыбыҙ бар. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә тиҙҙән билдәләнәсәк Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы фельдшерҙар араһында үткәрелгән конкурста әүҙем ҡатнашҡан Гүзәл Ғәбиҙуллина – тап шундайҙарҙан. Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы – Ауырғазы районының Үтәймулла ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире. “Тыуып үҫкән ерем - Ауырғазы районының Сыбайтал ауылы. 1995 йылда мәктәпте тамамлағас, Салауат медицина училищеһына уҡырға индем, шәфҡәт туташы бүлеген тамамланым, - ти Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы. - Кейәүгә сығып, Ауырғазы районының Үрге Ләкәнде ауылына йәшәргә ҡайттыҡ. Ә мәктәп йылдарым Күгәрсен районының Йомағужа ауылында үтте. Атай-әсәйем әле лә шунда йәшәй”. Гүзәл Ғәбиҙуллина, 2007-2009 йылдарҙа Бөрө медицина-фармацевтика колледжын тамамлап, фельдшер һөнәренә эйә булған. Ире Рәсил менән өс бала үҫтерәләр. Ғаилә башлығы ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы - сәнғәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ғашиҡ кеше, бейеү-йыр тиһеңме, уны ғына ҡуш, тигәндәй. Пациенттарын хатта йылы һүҙ менән дә дауалай. 20 йыл тирәһе хеҙмәт стажы булған ҡатын-ҡыҙға һоҡланмаҫлыҡ түгел! Уға байрам айҡанлы уңыштар теләйек, эргә-тирәләгеләргә таратҡан хәстәрлек нурҙары үҙенә бәхет булып ҡайтһын. Уның өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, лайк ҡуяйыҡ, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек. Ваҡытында әйтелгән бер йылы һүҙҙең дә мең ҡөҙрәткә эйә икәнлеген онотмайыҡ. Фотолар: Гүзәл Ғәбиҙуллинаның шәхси архивынан.