Өфөлә Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская ведомство эшмәкәрлегенең быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы үткәрҙе. – Министрлыҡ алдында тораған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – күп балалы ғаиләләргә ер участкалары биреү, – тине министр. – Әлеге мәлдә ер алыуға сиратта 18 мең ғаилә тора. Бушлай ер майҙаны алырға хоҡуҡлы ғаиләләр был биләмәгә алмашҡа бер тапҡыр бирелә торған 250 мең һум аҡса алырға ла хаҡлы. Ни өсөн шулай үҙгәртелгән? Сөнки ер майҙаны алғас та унда йорт һала башларға кәрәк буласаҡ, ә бының өсөн ипотека түләүе ауырлашты. Аҡсалата бирә башлағас та был сират кәмей төшкән. Министр шулай уҡ махсус хәрби опреацияла ҡатнашҡан яугирҙәргә республика шифаханаларында дауаланыу мөмкинлеге тураһында ла һөйләне. Быйылғы ғинуарҙан алып майға саҡлы шифаханаларҙа 670 яугир дауаланып сыҡҡан. Былтыр иһә 3600 кешегә шундай мөмкинлек бирелгән. Министрҙың журналистар менән әңгәмәһен тулы күләмдә гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ. Автор фотоһы.