Тиҙҙән, 16 июндә, Ҡорбан байрамын билдәләйбеҙ. Шөкөр, йылдан-йыл был изге ғәмәлде башҡарған мосолмандар арта бара. Әлбиттә, ихлас күңелдән Ҡорбан салдырһаҡ та, күптәребеҙ дини йәһәттән етерлек белемгә эйә түгел. Мәҫәлән, “Ҡорбан итеп салынған малдың һөйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа ҡуйырға? Ҡорбан хайуанының тиреһен һатырға яраймы?” тигән һорауҙарҙы ла йыш ишетергә тура килә. Дини баҫмаларҙа бына ниндәй яуаптар бар. “Ҡорбан итеп салынған малдың һөйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа итеү тураһында аят һәм хәҙистәрҙә ишаралар юҡ, шуға ни эшләтһәң дә дөрөҫ. Мәҫәлән, эткә йә бесәйгә бирергә лә мөмкин. Ергә күмеү йә махсус сүплеккә ташлау ҙа дөрөҫ, гонаһлы булмайһың”, - тиелә. Әммә, дини йәһәттән белемле ололар әйтеүенсә, иң мөһим шарт – ҡорбан ителгән малдың һөйәктәре аяҡ аҫтында туҙырап ятырға тейеш түгел. Шуға күрә кеше йөрөмәгән ергә ҡош-ҡорт соҡоп сығармаҫлыҡ итеп күмеү – иң дөрөҫ алымдыр. Ҡайһы бер дини сығанаҡтарҙа ҡорбан итенең һөйәктәрен эткә, бе
Ҡорбанға салынған малдың һөйәген, тиреһен ҡайҙа итергә?
6 июня 20246 июн 2024
2
1 мин