6 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Таврос» компаниялар төркөмөнөң Директорҙар советы ағзаһы Рөстәм Мирғәлимов Шишмә районында «Агродеревня» туристик кластерын һәм Өфө районында агросәнәғәт паркын төҙөү тураһында инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы. «Таврос» компаниялар төркөмө Башҡортостан баҙарында 12 йылдан ашыу эшләй һәм ит етештереү һәм эшкәртеү, шулай уҡ йомортҡа, шәкәр һәм ҡатнаш аҙыҡ етештереү менән шөғөлләнә. Был ваҡыт эсендә инвестор республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә 20 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған, 5,9 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Компаниялар төркөмө предприятиелары Әлшәй, Бәләбәй, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Кушнаренко һәм Шишмә райондарында уңышлы эшләй. 2024 йылда “Таврос" Башҡортостанда дөйөм суммаһы 16,8 миллиард һумлыҡ биш инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Улар иҫәбендә - Шишмә районында «Агродеревня» туристик кластерын һәм Өфө районында «Таврос Агропарк» агросәнәғәт паркын
"Таврос" компаниялар төркөмө менән хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды
6 июня 20246 июн 2024
1 мин