Ҡырмыҫҡа иләүе ярҙамында дауаланыу алымы борон-борондан билдәле булған. Тик ҡайһы берәүҙәр иләүҙе туҙҙырып, уның өҫтөнә баҫа йәки тоҡҡа һалып алып ҡайта. Былай эшләргә һис тә генә ярамай. Һеҙҙең иғтибарға ҡырмыҫҡалар ярҙамында һауыҡҡан кешеләрҙең яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ. Гүзәл Ғүмәрова: "Мин бер ваҡыт баҫҡыстан йығылып, аяғыма ныҡ ҡына йәрәхәт алғас, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән осраҡлы ғына бер ҡатын менән танышып, ул миңә еңел генә дауаланыу ысулын өйрәтте. Күп тапҡыр яҙып та сыҡтым инде һорағандарға. Үҙе ябай ҙа, үҙе бер тин аҡса ла сығармайынса дауаланыу ысулы — ҡырмыҫҡа иләүенә ултырыу. Ул ҡатын: “Аварияға эләгеп, аяҡтарымды бөртөкләп йыйҙылар. Бер йыл эсендә 19 операция эшләнеләр, аҙаҡ профессор ҡырмыҫҡа иләүенә ултыр тип ҡайтарып ебәрҙе. Миңә өс тапҡыр ултырыу етте, шунан һауыҡтым, әлхәмдүлилләһ”, - тип һөйләгәйне. Мин дә шул ысул менән шифаланып, һеҙгә лә тәҡдим итәм. Кемдәрҙер ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырып өйгә алып ҡайтҡан осраҡтарын да ишеткәнем бар, тик улай шифаланам тип, киреһ