Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәнә шул трасса, йәнә үлем...

Бөгөн көндөҙгө дүрттәр тирәһендә Башҡортостандың Иглин районында үлемесле авария теркәлә. Йәнә шул уҡ М-5 трассаһында, был юлы райондың Ауструм ауылы янында, 1524-се километрҙа. Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлда "Киа К5" менән FAW йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел машина руле артында 38 йәшлек ир ултырған. Ул ниндәйҙер сәбәп буйынса юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан һәм йөк машинаһына бәрелгән. Водитель авария урынында, табиптар килеп еткәнсе йән биргән. Йөк машинаһы водителе әйтеүенсә, ул ҡаршыһына килеп сыҡҡан машинаны күргән, бәрелештән ҡасыр өсөн ситкә китергә тырышҡан, тик өлгөрмәгән. Һөҙөмтәлә йөк машинаһы юлдан осҡан. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар һәм полиция авария сәбәптәрен асыҡлай. Юлда реверсив хәрәкәт ойошторолған. Күптән түгел генә ошо уҡ трассала йәнә үлемесле авария булғайны. Унда ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Йөк машиналары күп йөрөгән М5 федераль трассаһы - хәүефле юл. Бик һаҡ йөрөргә кәрәк икәнлеген онотмаһаҡ ине. Фото: Дәүәлт автоинспекцияһы.