Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә, барлыҡ күңелеңде һалып башҡарған эш тә үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен бирә. Республикабыҙҙың төп баҫмаларының береһе, тарихыбыҙ йылъяҙмаһы булған “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Фаина Мәһәҙи ҡыҙы Ғәзизова - 40 йылдан ашыу Белорет районы Ҡаһарман ауылы халҡы һаулығы һағында. Ул - ғүмере буйы донъялағы иң изге һөнәргә тоғро ҡалып, күпме ауырыуҙарҙың сәләмәтлеген нығытҡан, ғүмерҙәрен оҙайтҡан абруйлы фельдшер. Уның намыҫлы хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан маҡтау грамоталары менән баһаланған. Фаина Мәһәҙи ҡыҙы, 2007 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшы” конкурсында ҡатнашып, Белорет районы кимәлендә беренсе урын яулаған. “Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙә иң яҡшы муниципаль район” республика смотр-конкурсында ҡатнашып, Белорет намыҫын яҡлап, 47 район араһынан икенсе урынды яулау бәхетенә өлгәшә һәм “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән наградлана. Фаина Мәһәҙи ҡыҙы - шәп фельдшер ғына түгел, уңған ҡатын да, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй ҙә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙем замандашыбыҙ ҙа. Ул 1962 йылдың 25 июнендә Белорет районы Баҡый ауылында тыуған. Белорет ҡалаһында медицина училищеһын тамамлағандан һуң, эш юлын Белорет балалар табыу йортонда башлай. 1983 йылда Ҡаһарман ауылына кейәүгә сығып, шунда уҡ фельдшер булып эшен дауам итә. Ире менән ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр, өс ейәндәре бар. Улар менән бергә йыйылған мәлдәр – ғаиләнең иң бәхетле сағы. Фаина Мәһәҙи ҡыҙының тынғыһыҙ күңеленә, дәртенә, яғымлы һүҙе менән дә кешене дауалай алыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Данлы Белорет ерендә тыуып, тыуған ерендә намыҫлы хеҙмәт иткән Фаина Мәһәҙи ҡыҙы Ғәзизова өсөн тауыш бирһәгеҙ ине, ҡәҙерле дуҫтар. 16 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо матур байрам айҡанлы ҡотлауҙар яҙырға, лайк ҡуйырға һәм Фаина Мәһәҙи ҡыҙы өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ. Фотолар: Фаина Ғәзизованың шәхси архивынан.