Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ул ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү юлынан ышаныслы бара

4 июндә "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында делегаттар Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашыуын бер һүҙҙән хупланы. Ошо ваҡиға буйынса күп кенә фекер алышыуҙар булды. Мәҫәлән, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина "Был - дөрөҫ ҡарар" тип билдәләне. – “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе форумы һәм конференцияһы барышында Радий Фәрит улы Хәбиров алдағы Башҡортостан Башлығы вазифаһына һайлауҙа ҡатнашыуға кандидат итеп күрһәтелде. Был – дөрөҫ ҡарар. Радий Фәрит улы үҙен ышаныслы, тотороҡло һәм һөҙөмтәле етәксе булараҡ күрһәтте лә инде. Ошо ауыр ваҡытта – төбәктәр генә түгел, ә бөтә ил етди һынауҙар алдында торған заманда – ул ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү юлынан ышаныслы бара. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү буйынса эше эҙмә-эҙлекле ойошторолған. Радий Фәрит улының был мәсьәләне шәхси контролдә тотоуы, республикала ла ярҙам итеүе һәм алғы һыҙыҡҡа яугирҙәрҙең эргәһенә даими барыуы тураһында яҡшы беләбеҙ. Ул инде бер нисә тапҡыр был эштең төбәк өсөн өҫтөнлөклө мәсьәлә булыуын билдәләне. Радий Хәбиров ҡуйған был йөкләмә, эшмәкәрлектең юғары темпы дауам итергә тейеш. Тап шуға күрә беҙ республика Башлығы вазифаһына уның кандидатураһын хуплайбыҙ, - тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның шәхси архивынан.