Найти тему
Башҡортостан гәзите

«Селтәрле энергетика университеты» консорциумы килешеүенә ҡул ҡуйылды

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университеты, академик М.Д. Миллионщиков исемендәге Грозный дәүләт нефть техник университеты һәм «Мәскәү энергетика институты» милли тикшеренеү университеты араһында «Селтәрле энергетика университеты» консорциумы эшмәкәрлеге сиктәрендә берлектәге саралар картаһына һәм килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин, академик М.Д. Миллионщиков исемендәге дәүләт нефть техник университеты ректоры Магомед Минцаев һәм «МЭИ» милли тикшеренеү университеты ректоры Николай Рогалёв ҡул ҡуйҙы. Олег Баулин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры: – Юғары уҡыу йорттарының «Селтәрле энергетика университеты» консорциумы сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеүе һәләтле йәштәрҙе берләштереү, уларға үҙҙәрен танытыу өсөн шарттар булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Консорциум иң яҡшы белем биреү практикаһы менән алмашыу өсөн мөмкинлектәр аса. Киләһе уҡыу йылында 15-тән ашыу селтәрле белем биреү программаһын, шул иҫәптән «икеләтә» дипломдар форматын тормошҡа ашырыу, студенттарҙың 60-тан ашыу вуз-ара комплекслы сығарылыш эшен баһалау һәм яҡлау күҙаллана. Шулай уҡ инженер компетенцияларын баһалау буйынса тармаҡ үҙәге һәм практик күнекмәләрҙе үҙләштереү өсөн вуз полигондары ойоштороласаҡ, уларҙа 1000-дән ашыу студент практик әҙерлек сиктәрендә инженер оҫталығын күрһәтә аласаҡ. Консорциум, беренсе сиратта, алдынғы технологияларҙы яҡшы белгән инженерҙар әҙерләргә тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Селтәрле энергетика университеты» консорциумы 2021 йылда булдырылды. Уға илдең 7 алдынғы юғары уҡыу йорто инә: Өфө дәүләт нефть техник университеты, академик М.Д. Миллионщиков исемендәге Грозный дәүләт нефть техник университеты, «Юғары нефть мәктәбе» Әлмәт дәүләт технология университеты, Ярославль дәүләт техник университеты, М.К.Туполев исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты, «МЭИ» милли тикшеренеү университеты һәм Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университеты. Консорциум белем биреү проекттарының сифатын күтәреүгә һәм масштабын киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Уның маҡсаттары: иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу һәм уларҙы башҡа университеттарға таратыу, шулай уҡ сығарылыш уҡыусыһының универсаль дипломын ғәмәлгә индереү. Консорциум белем биреү проекттарының сифатын күтәреүгә һәм ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Уның маҡсаттары: иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу һәм уларҙы башҡа университеттарға таратыу, шулай уҡ сығарылыш уҡыусыһының универсаль дипломын ғәмәлгә индереү. Консорциум эшенең төп һөҙөмтәләре: Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының юғары уҡыу йорттары араһында йыл һайын уҙғарылған конкурсын үткәреү, Рәсәй уҡыу йорттары араһында комплекслы Бөтә Рәсәй имтихандарын ойоштороу (70-тән ашыу эш), селтәрле үҙ-ара эш итеү форматында белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырыу, юғары уҡыу йорттарының уҡыу-етештереү полигондарында берлектәге тәжрибәләр (йәйге мәктәп) үткәреү, бөтә әҙерлек кимәлдәрендә йылдам технологиялар инженеры компетенциялары моделен әҙерләү һәм бер-береһенең тулы текслы электрон ресурстарына инеү маҡсатында берҙәм китапхана системаһын булдырыу. Белешмә өсөн: Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 2024 йылдың 5 - 8 июнендә «Экспофорум» конгресс-күргәҙмә үҙәгендә үтә. Эшлекле иҡтисади ваҡиға 1997 йылдан алып уҙғарыла һәм йыл һайын дәүләт башлыҡтарын, сәйәси лидерҙарҙы, төбәк етәкселәрен, хөкүмәт рәйестәрен, вице-премьерҙарҙы, министрҙарҙы, ҙур Рәсәй һәм сит ил компаниялары етәкселәрен берләштерә.