Башҡортостан менән «Ромэкс-Кубань» һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек тәжрибәһенә эйә. Бөгөн был фирма Благовещен ҡалаһында OZON күмәртә-бүлеү үҙәген төҙөй. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме – 6 миллиард 20 миллион һум. Республика яраҡлы ер биләмәһен эҙләүҙә генә түгел, хеҙмәт мигранттарын теркәүҙә лә, ағынты һыуҙар бүлеү һәм энергия менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә ярҙам күрһәткән. Инвестиция проекттарына булышлыҡ итеүҙең дөрөҫ ҡоролошо предприятие етәкселеген шул тиклем тәьҫирләндерҙе, хатта хеҙмәттәшлек тағы ла ҙурыраҡ проектта дауам итте. – Беҙ партнерыбыҙ – «Ромэкс-Кубань» компанияһы етәкселеге Башҡортостан Республикаһы иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү һәм проекттарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу мәсьәләләренең мөһимлеген аңлап эш итә. Беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәр партнерлыҡ һәм мәнфәғәттәр балансын һаҡлау принциптарына нигеҙләнә, – тип билдәләне Премьер-министр. «Ромэкс-Кубань» компанияһы президенты Алексей Прокопенко төбәктә бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа Башҡортостан Республикаһының әһәмиәтле ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Беҙ илдә логистиканы үҫтереү менән шөғөлләнәбеҙ. Һис шикһеҙ, бизнесты үҫтереү өлкәһендәге беҙҙең өсөн уңайлы төбәктә – Башҡортостан Республикаһында яңы проекттарҙы үҫтерәсәкбеҙ, шуға күрә артабан да төбәк менән бәйләнештәрҙе нығытасаҡбыҙ. Быйыл проектлау эштәрен башлаясаҡбыҙ, киләһе йылда Өфө эргәһендә күмәртә-бүлеү үҙәген асасаҡбыҙ, –тине Алексей Прокопенко. Киләсәк логистик хаб өсөн ер участкаһы һайлау һәм рәсмиләштереү процесы бара ла инде. Өфө районы Булгаков ауыл советының Дубки ауылы янында урынлашҡан 14,3 гектар майҙандағы ер участкаһы ҡарала. Ул Өфө аэропорты эргәһендә генә. Был ерҙә проектты тормошҡа ашырыу өсөн Булгаков ауыл советының территориаль планлаштырыу документтарына үҙгәрештәр индерергә, ер участкаһын файҙаланыуҙың рөхсәт ителгән категорияһын һәм төрөн үҙгәртергә кәрәк. Белешмә өсөн: Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 2024 йылдың 5 - 8 июнендә «Экспофорум» конгресс-күргәҙмә үҙәгендә үтә. Эшлекле иҡтисади сара 1997 йылдан алып уҙғарыла һәм йыл һайын дәүләт башлыҡтарын, сәйәси лидерҙарҙы, төбәк етәкселәрен, хөкүмәт рәйестәрен, вице-премьерҙарҙы, министрҙарҙы, ҙур Рәсәй һәм сит ил компаниялары етәкселәрен берләштерә.
Инвестор Башҡортостанда транспорт-логистика хабы төҙөлөшөнә 10 миллиард һум һала
6 июня 20246 июн 2024
1 мин