Быйыл Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тула. Ошо байрамды ҡала 12 июндә билдәләй. Шулай уҡ ошо көндә Рәсәй көнөн, ә Башҡортостанда милли герой – Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуҙы билдәләйәсәктәр. Өфөнөң юбилейына арналған күләмле саралар йәй аҙағында, 31 августа үтәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, үҙенең тыуған көнөндә республиканың баш ҡалаһы халыҡты ял көндәрен ҡыҙыҡлы үткәрергә саҡыра. 12 июндә байрам Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә һәм ”Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһына сәскә һалыу тантанаһынан башлана. Һуңынан стела янында 1974 йылда һалынған ваҡыт капсулаһын асыу тантанаһы була. Унда киләсәк быуындарға хат уҡыласаҡ. Ағиҙел йылғаһында үтәсәк ”450 ишкәк” физкультура-спорт сараһының икенсе этабы сағыу ваҡиға булып торасаҡ. Шулай уҡ ҡаланың төньяҡ өлөшөндә реконструкциянан һуң Йылы күле тирәһендәге территорияның асылыуы көтөлә. Салауат Юлаев майҙанында ҙур концерт программаһы була. Шулай уҡ бында Өфө Хакимиәте Кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир һәм “Үткәндән – киләсәккә” спорт фестивале ойоштороласаҡ. Мәктәп уҡыусылары иһә “Сәйәхәт” ҡала турист слетына йыйыласаҡ. Шулай уҡ ҡаланың башҡа парктарында ла төрлө саралар көтөлә. www.gorodufa.ru һылтанмаһы буйынса муниципалитеттың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә актуаль мәғлүмәттәрҙе күҙәтегеҙ. Фото: gorodufa.ru