“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Нуриман үҙәк район дауаханаһына ике “Лада Гранта” һәм бер “Нива Травел” автомобиле алынды. Яңы транспорт сараһы халыҡҡа медицина ярҙамын тағы ла нығыраҡ яҡынайтасаҡ. Был автомобиль моделдәре иркен салоны, уңайлы комплектацияһы, яғыулыҡты аҙ сарыф итеүе, юлдарҙа еңел йөрөүе менән айырыла. Хатта юлһыҙлыҡ осоронда улар менән ышаныслы йөрөп була. Яңы автомобилдәрҙә Нуриман районы халҡына кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеләсәк. Был – 20 мең халыҡ тигән һүҙ. – Яңы автомобилдәр төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ. Улар шулай уҡ аҙ хәрәкәтләнеүсән пациентарҙы дауаханаға илтеү өсөн файҙаланыласаҡ,– тине Нуриман үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғайсин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.