“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ихлас ҡатнашҡан Хәсәнова Фәйләрә Бәхтинур ҡыҙы Мәһәҙей ауылында фельдшер булып эшләй. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағындағы Өфө медицина училищеһының “Дауалау белеме” бүлеген тамамлап эш башлаған медик ғүмере буйы бер урында эшләй. Бала сағынан хеҙмәт һөйөп үҫкән замандашыбыҙ фельдшер ауылда киң профилле һөнәр эйәһе икәнен аңлап, массаж эшләү серҙәренә лә төшөнгән, гирудотерапия (һөлөк ҡуйыу) буйынса ла белем эстәгән. Ҡасандыр Бөрйән районының “Ағиҙел” колхозында фельдшер булып хеҙмәт юлын башлаған Фәйләрә Бәхтинур ҡыҙының 35 йыл хеҙмәт стажы бар. 33-ө Мәһәҙей фельдшер-акушерлыҡ пунктында халыҡты ҡабул итеп үткән, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Әйткәндәй, уның тырышлығы, уңғанлығы менән Мәһәҙей фельдшер-акушерлыҡ пункты районда иң яҡшылар иҫәбендә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш юғары кимәлдә ойошторолған, санитар-гигиена нормалары режимы теүәл үтәлә. Быйыл июндә бында яң