1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Иглин районы үҙәгендә шәхси балалар баҡсаһы асылды. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Гүзел Насирова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. – Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Иглиндә шәхси балалар баҡсаһы асылды. Төҙөлөш проектын эшҡыуар Наилә Садиҡ ҡыҙы Сарвариева быйыл март айында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә тәҡдим итте. Беҙ проектты хупланыҡ һәм уны тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла ярҙам күрһәттек. Яңы балалар баҡсаһында 25 бала тәрбиәләнә ала. Был власть менән бизнестың хеҙмәттәшлегенең сағыу миҫалы. Яңы балалар баҡсаһына үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә уңыштар теләйем! – тип яҙҙы Гүзәл Насирова. Әйткәндәй, был балалар баҡсаһы ата-әсәләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Фото: vk.com/guzelnasyrova