Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Элвин Грейҙың бөтә костюмдарын һатып, "Майбах" алырға була"

Танылған блогер Миләүшә Шәйхисламованың “Йондоҙ менән бер көн” тигән проектында был юлы Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) ҡунаҡ булған. Билдәле булыуынса, был проектта блогер популяр булған башҡорт һәм татар артистары менән осраша, уларға төрлө һорауҙар бирә, уларҙың йорттарында була, сәхнә арты серҙәрен аса, яҡындары менән аралаша. Бер ҡайҙа ла күстәнәсһеҙ йөрөмәгән “Башҡорт хужабикәһе” яҡташына Илеш балын алып килгән. Радик Юлъяҡшин уның Илештән икәнлеген белгәс, “Ә мин Ғафури ҡалаһынан тип торам” , - тип шаяртып та алған. Бының ни өсөн улай икәнлеген Миләүшә Шәйхисламованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә инеп ҡарағас, аңларһығыҙ. Йырсы эттәр ярата икән. Уның ҡапҡаһында “Һаҡ булығыҙ, уҫал эт” тип яҙылған яҙыу ҙа элеп ҡуйылған. Ишек алдындағы вольерҙарында өс эт йәшәй. “Әле улар бишәү ине, береһе үлеп ҡалды. Береһен таныштарыбыҙға бирҙек”, - тип һөйләгән йырсы. “Бына тағы бер уҫал эт – Инзилә”, - тип таныштыра йырсының ҡатыны менән “Башҡорт хужабикәһе”. “Юҡ, юҡ,

Танылған блогер Миләүшә Шәйхисламованың “Йондоҙ менән бер көн” тигән проектында был юлы Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) ҡунаҡ булған. Билдәле булыуынса, был проектта блогер популяр булған башҡорт һәм татар артистары менән осраша, уларға төрлө һорауҙар бирә, уларҙың йорттарында була, сәхнә арты серҙәрен аса, яҡындары менән аралаша. Бер ҡайҙа ла күстәнәсһеҙ йөрөмәгән “Башҡорт хужабикәһе” яҡташына Илеш балын алып килгән. Радик Юлъяҡшин уның Илештән икәнлеген белгәс, “Ә мин Ғафури ҡалаһынан тип торам” , - тип шаяртып та алған. Бының ни өсөн улай икәнлеген Миләүшә Шәйхисламованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә инеп ҡарағас, аңларһығыҙ. Йырсы эттәр ярата икән. Уның ҡапҡаһында “Һаҡ булығыҙ, уҫал эт” тип яҙылған яҙыу ҙа элеп ҡуйылған. Ишек алдындағы вольерҙарында өс эт йәшәй. “Әле улар бишәү ине, береһе үлеп ҡалды. Береһен таныштарыбыҙға бирҙек”, - тип һөйләгән йырсы. “Бына тағы бер уҫал эт – Инзилә”, - тип таныштыра йырсының ҡатыны менән “Башҡорт хужабикәһе”. “Юҡ, юҡ, Инзилә – ул наҙлы бесәй”, - тип ҡаршы төшә уға Радик. Артист үҙенең бөтә машиналарының да макеттарын йыйып бара икән. Уның иң беренсе машинаһы – “99”-лы булған, әле ул “Майбах”та елдерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Миләүшә Шәйхисламова Элвин Грейҙың тормошон тамашасыларына бар тулылығында икенсе яҡтан аса алған. Блогерҙың блогын даими күҙәтеп барыусылар был юлы йырсының йортондағы бөтә бүлмәләр ҙә бармаҡ эҙҙәре буйынса ғына асылыуын, ысын күндән яһалған ап-аҡ диван ни өсөн шул тиклем таҙа булыуын, йырсыға нимәләр оҡшау-оҡшамауын, ниндәй йырҙар ижад итеүе, кейемдәре тураһында барыһын да белер. Тиҙҙән яҙма тулы килеш блогерҙәң социаль селтәрҙәге барлыҡ сәхифәләрендә һалыныр, тип түҙемһеҙлек менән көтөргә генә ҡала. Фото һәм сығанаҡ: Интертат