“Аҡыллы ҡала” системаһы элементтары Башҡортостан ҡалаларында һәм ҡасабаларында әүҙем индерелә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда“) ярашлы тормошҡа ашырыла. Проект күп йүнәлештәрҙә тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, видокүҙәтеү урынлаштырыуға ҙур иғтибар бирелә, сөнки ул – халыҡтың һәм уның мөлкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе уңайлылыҡ. 2019 йылдан алып йорт ихаталарында 2 228 видеокамера ҡуйылған. Быйыл тағы ла 700 камера ҡуйыу планлаштырылған. Яңыртылған ихаталарҙың һәр береһенә хәҙер өсәр видеокамера тура килә. Улар балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парк зоналарын, туҡталҡаларҙы, подъездарға инеү урындарын күҙәтеүҙә тота. Фото: “Башинформ”