Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәмәғәт транспорттарында бушлай йөрөп буласаҡ!

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итергә ниәтләй. – Закон проектына ярашлы, 2024 йылдың 1 сентябренән ҡала ерендә йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусылар уҡыу көндәрендә ҡала йәмәғәт транспорты менән бушлай файҙалана ала. Атап әйткәндә, көнөнә ике тапҡыр автобустар, троллейбустар һәм трамвайҙарҙа йөрөй аласаҡ, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Бындай льгота менән күп балалы ғаиләләр файҙалана ала, шул уҡ ваҡытта тәьмин итеү кимәле иҫәпкә алынмай. Сығым йөкләмәләрен республика үҙ өҫтөнә аласаҡ. Бының өсөн бюджетта өҫтәмә аҡса бүленәсәк. ”Башҡортостан Республикаһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында“ғы закон проекты депутаттар тарафынан июндә Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында ҡараласаҡ. Фото: Башинформ.