Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙын ярата, улын яратмай

“Ҡыҙым 16 йәшендә йөрөгән егетенән ауырға ҡалды. Ғаилә ҡоронда: “Тыуыр йәнде ҡыймайыҡ”, – тип ҡарар иттек. Егеттең ата-әсәһе менән килешеп, никах уҡыттыҡ, йәштәр үҙ аллы донъя көтһөн тип, ике яҡлап ярҙам итеп, фатир хаҡын түләп торҙоҡ. Тик балаларҙың бергә йәшәргә әллә теләктәре булманы, әллә ғаилә тормошона әҙер түгелдәр ине. Йыш ҡына тауыш ҡупты, кейәү дуҫ-иштәре менән кәйеф-сафа ҡорорға яратты, тапҡан аҡсаһын ғаиләһенә тотонманы тиерлек. Бала тыуғас, хәл тағы ла ҡатмарлашты, ҡыҙымдың да әхирәттәре менән осрашҡыһы, кеше араһында йөрөгөһө килә, тик ул өйҙә ултырырға мәжбүр. Баланы миңә ҡалдырыуҙар, фатирға дуҫтарын йыйып, шау-шыулы табын ҡороуҙар йышайҙы. Күршеләре хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп, бер нисә тапҡыр акт төҙөнөләр, эш сабыйҙы ата-әсәһенән тартып алыуға яҡыная башланы. Ейәнемде балалар йортона ебәрмәү өсөн үҙемә алдым, оҙаҡ та тормай йәштәр айырылышып та ҡуйҙы. Ҡыҙым техникум бөтөп, эшкә урынлашты. Улына ҡарата баштан нисек һалҡын булһа, әле лә шулай. Хәҙер ейәнемә 14 йәш, ул тулыһынса ирем менән минең ҡарамаҡта. Ҡыҙым 26 йәшендә икенсегә тормошҡа сыҡты, кейәү менән арыу ғына йәшәйҙәр, 3 йәшлек ҡыҙҙары бар. Тик ейәнемдең әсә наҙын күрмәй үҫеүе, улар араһындағы һалҡын мөнәсәбәт күңелемде әрнетә… Ҡыҙым менән һөйләшеп, аңлашырға маташам, әммә бер нисек ейәнем менән араларын яйлай алмайым. Был хәлде нисек бар, шулай ҡалдырырғамы икән? Беҙ ҙә йәш түгелбеҙ, ейәнем үҙен япа-яңғыҙ тоймаһын, әсәһе, һеңлеһе менән аралашып йәшәһен ине, тигән теләк тынғы бирмәй. Тик быға нисек өлгәшергә?” Рәйсә исемле ҡатындың хатынан. Нәсих Хәлисов фотоһы.