Төндән алып туҡтауһыҙ яуған өшәнес ямғыр Мәрйәмдең күңелен өйкәгән ауыр уйҙарҙы тағы нығыраҡ ҡуҙғатып ебәрҙе. “Егерме йылға яҡын бергә йәшәгәс, тағы шул уҡ хәл... Берҙән-бер ҡыҙын да уйламай бит, исмаһам. Кеше бер ҡасан да үҙгәрмәй, тиҙәр. Тик был һүҙҙәргә иғтибар итмәҫкә маташтым. Юҡ, барыбер ун йыл элекке хәл йәнә ҡабатланды...” – тип үҙ алдына һөйләнгән ҡатындың һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, ямғыр тамсылары тәҙрәгә туҡтауһыҙ бәрелде. “Әгәр шул ваҡытта уҡ араны өҙһәм, тормошом да икенсерәк булыр ине... Юҡ, ғәфү иттем, ышандым һәм тағы алдандым...” ...Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Мәрйәм район үҙәгенә уҡытыусы булып эшкә төшкәйне. Шунда мыҡты кәүҙәле, оҙон буйлы, ҡыйыу Марат менән танышҡайнылар. Яңыраҡ ҡына үҙ эшен асҡан егет ҡыҙҙың күҙен астырманы, артынан ҡалманы: эштән ҡайтырға сыҡҡанда сәскәләр менән ҡаршыларға ғәҙәтләнде. Һуңғараҡ ҡыҙ үҙе лә, аңғармаҫтан, Мараттың һәр саҡ эргәһендә уралыуына күнегеп китте, концерт-фәләнгә лә бергә йөрөй башланылар. Бер йылдан һуң Марат кейәүгә сығырға