Ишембай ҡалаһындағы “Эко-Сити” һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Мохит СТР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстарында “Асыҡ ишектәр көнө” уҙҙы. Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, “Эко-сити” төбәк операторы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Радик Байҙанов, муниципалитет хакимиәттәр башлыҡтары, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан һәм эргә-тирәләге райондарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ҡабул итә. Сүп-сар ике линияла сорттарға айырыла, уларҙа 30-ҙан ашыу файҙалы фракция, шул иҫәптән пластик, полиэтилен, ҡатырға, быяла алына. Айырым фракцияларға бүлеү махсус машиналар һәм ҡул хеҙмәте ярҙа