Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәй күңелле башланды

Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылы мәктәбе янындағы “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-ғилми технологик йүнәлешле белем биреү үҙәгендә "Мәғариф" милли проекты буйынса “Йәйғор" хеҙмәт һәм ял лагерын асыу тантанаһы үтте. Хеҙмәт тәрбиәһе һәм һөнәри йүнәлеш биреү хеҙмәт һәм ял лагерында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Уның барышында тәрбиәләнеүселәр мәктәп яны участкаһында эшләй, мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләй, мәктәп биләмәһен төҙөкләндерә, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә эштә ярҙам итә. Балалар ҙур теләк менән хеҙмәт бригадаһы составында эшләй, сөнки бында улар киләсәктә кәрәк буласаҡ профессиональ күнекмәләр алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ тәрбиәләнеүселәрҙең әүҙем ялына булышлыҡ итеүсе, ә иң мөһиме, балаларҙың ижади һәләттәрен формалаштырыусы спорт-танып белеү саралары һәм уйындар уҙғарыласаҡ. “Лагерҙа уҙғарылған ваҡыт беҙҙең өсөн сағыу һәм онотолмаҫлыҡ осор булыр тип ышанабыҙ. Бергәләп дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырырбыҙ, командала эшләргә өйрәнербеҙ һәм бик күп яңы белем, күнекмәләр алырбыҙ”, – тип билдәләне 8 класс уҡыусыһы Родион Рафиҡов. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.