Яңыраҡ полктың ялан почтаһына килгән шәхси посылкаларҙы айырып, адресаттарын аныҡлау эше менән булыштым. Хеҙмәттәшем менән икәүләп барыһын дә тәртипкә килтереп яҙҙыҡ.Тәғәйен яугирҙың подразделениеһын асыҡлап, уларҙың командирҙарына еткерҙек.Эш ахырында Хоҙай тәғәлә мине лә бүләкләне. Иң һуңғы посылка миңә тәғәйенләнгән булып сыҡты. Уны миңә бажам, уның ғаиләһе һәм һөйөклө ҡәйнәм 23 февралгә тип һалғайны. Көтә торғас, төңөлгәйнем. Яҙған ризыҡ теште ярып инә, тиҙәр бит әле халыҡта. Посылка меңәр саҡырым юл үтеп, әллә ҡайҙарҙы урап миңә килеп етте. Тимәк, күстәнәстәр ризыҡҡа яҙған булған. Ихлас шатландым. Ҡыуаныстың тағы ҙурырағы скотч менән уратылған ҡалын картон йәшник эсенә һалынған хаттар һәм һүрәттәр булып сыҡты. Уларҙы бажаның балалары яҙған һәм төшөргән.
"Таҫманың“ теге яғында уларға әллә ни әһәмиәт биреп еткермәйһең. Һүрәттәрҙе балалар баҡсала, мәктәптә рәсем дәрестәрендә күпләп төшөрә. Күрһәтһәләр, маҡтап-ҡуптап, арҡаларынан тупылдатып һөйәһең дә шуның менән вәссәләм. Бында башҡасараҡ. Төҫлө ҡәләмдәр, тыныс тормоштоң сағылышы. Балаларҙың эскерһеҙ һүҙҙәре ниндәйҙер тылсымлы көскә эйә. Үҙемдә һынаным. Шатлыҡ, көс бирә, йәшәргә дәрт өҫтәй.Шуға хәрби операцияла яҡындарығыҙ булһа, хат яҙығыҙ.Балалар һүрәттәрен дә һалһын. Уларҙа йөрәк йылыһы, уларҙа ихласлыҡ. Дошманға ҡаршы торған яугирҙарыбыҙ ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙгә, яҡындарының дәртләндереүенә, терәк-таяныс булыуҙарына мохтаж. Был Еңеү өсөн дә бик мөһим. Почта иһә йөрөп тора. Адресы: Мәскәү-400 мотлаҡ рәүештә яҡынығыҙ хеҙмәт иткән хәрби часть, подразделение, рота һәм взводты күрһәтергә кәрәк. Оҙағыраҡ килһә лә, хат һәм посылкалар адресатын таба.
Рафиҡ Әхмәтшин, билдәле журналист, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугире.