Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Киләсәктә лә был үҫеш дауам итәсәк

Өфөләге “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы майҙансығында “Берҙәм Рәсәй” конференцияһында урындағы бүлексәләрҙең һайланма секретарҙары вазифаһын биләгән район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Улар партия исеменән тәҡдим ителгән Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашыуын хупланы. Саранан һуң Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовтан һуңғы йылдарҙа Йылайырҙа башҡарылған эштәр тураһында һораныҡ. – Радий Фәрит улын компетентлы, көслө ихтыярлы кеше тип күптән беләм. Ул республиканы алға алып китер һәм тағы ла яҡшыраҡ итер, тип иҫәпләйем. Барлыҡ республикала ғәмәлгә ашырылған проекттар, төҙөлөштәр тураһында беләбеҙ. Беҙҙең районда уҙған саралар, тормошҡа ашырылған проекттар тормошобоҙҙо биҙәне. Беҙгә бер тапҡыр килгән кешеләр “һеҙгә тағы ла килге килә” ти. Республикала “Башҡорт ихатаһы”, “Уңайлы ҡала мөхите” проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Беҙ ошо проекттар ярҙамында төҙөкләндереү эштәрен алып барабыҙ, мәҫәлән, йылға ярын төҙөкләндерҙек, Йылыйырҙың тарихи йөҙөн тергеҙҙек. Шулай уҡ юлдар буйынса ла күп эштәр башҡарылды һәм киләсәктә лә был үҫеш дауам итәсәк, – тине Борис Мелкоедов. Рәмилә МУСИНА фотоһы.