“Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы майҙансығында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында делегаттар Радий Хәбировты 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа ҡатнашыуға Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп тәҡдим итте. Ошо айҡанлы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов: “Федераль кимәлдәге министрлыҡта Радий Хәбировтың һүҙе менән иҫәпләшәләр һәм беҙ был ярҙамды тоябыҙ”, - тип белдерҙе. – Мәғарифты, беренсенән, юғары мәктәп тип билдәләр инем. Республика кимәлендә йыл һайын беҙҙең йәш белгестәргә 200 миллион һум аҡса бүленә. Әйткәндәй, бүтән ундай төбәкте белмәйем. Ике йыл эсендә 30-лап йәш белгес йә фатир алған, йә стажировка үткән. Йәш белгестәр республиканан ғына түгел, ҡалған төбәктәрҙән, сит илдәрҙән дә беҙгә килә һәм артабан да киләсәк. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының һәр береһе үҙ йүнәлештәрендә тәүге урындарҙа бара һәм “алдынғы университет” тип атала, шуға күрә артабан да шулай бергә-бергә Башҡортостанды, йәш белгестәрҙе үҫтерергә кәрәк. Беҙҙең Башҡорт дәүләт педагогия университетының төп маҡсаты – уҡытыусылар әҙерләү. Ул яҡтан да күп иғтибар бүленә. Артабан да Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән берҙәм эшләрбеҙ тип ышанам. Беҙҙең университетҡа һуңғы йылдарҙа федераль кимәлдә 750 миллион һумдан ашыу өҫтәмә аҡса бүленгән. Был – беҙҙең тырышлыҡ, әммә республика етәксеһенең үткер һүҙе, ярҙамы кәрәк. Федераль кимәлдәге Фән һәм юғары белем министрлығында Радий Хәбировтың фекере менән иҫәпләшәләр, беҙ был ярҙамды тоябыҙ, – тине Салауат Сәғитов. Рәмилә МУСИНА фотоһы.
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының һәр береһе үҙ йүнәлештәрендә алдынғы урынды биләй
5 июня 20245 июн 2024
1 мин