Өфөлә 4 июндә уҙған “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе форумынына танылған көрәшсе Джефф Монсон килде. Белеүебеҙсә, донъя кимәлендә танылған көрәшсе Радий Хәбировтың ярҙамы менән Башҡортостанда үҙенең джиу-джитсу һәм грэпплинг мәктәбен асты. "Өфөлә яңы көрәш мәктәбен асыу Башҡортостанда спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерә", - тип белдергәйне Радий Хәбиров. Джефф Монсон “Башҡортостан” гәзите журналисына республикала барған сәйәси ваҡиғаларға һәм ниңә Өфөгә йәшәргә күсеүе тураһында һөйләне. – Мин ҡатыным һәм ике ҡыҙым менән Өфөлә йәшәйем. Башҡортостанды, Өфөнө яратам. Һәр көн кисен биш йәшлек ҡыҙым менән ҡала буйлап йөрөргә сығам. Бик уңайлы, яҡшы кешеләр бик күп. Өфөлә йәшәүемә бик бәхетлемен. Мин Башҡортостанда 29 спорт мәктәбен астым. Спорт мәктәптәрен асыуҙа бик күп изге йөрәкле кешеләр ярҙам итте. Мәҫәлән, минең һәйбәт ярҙамсым бар. Мин Америкала ла бәхетле инем. Унда ҙур яҡшы йортом, машинам һәм күп аҡсам булды. Әммә мин бында бәхетлерәкмен, сөнки Башҡортостандың, Рәсәйҙең изге күңеле бар. Минең киләсәгем бында – Башҡортостанда һәм Өфөлә. Радий Хәбиров - үҙе спортсы, көрәшсе, һәм ул миңә күп ярҙам итә, шулай уҡ Өфө үҙәгендә төп спорт мәктәбен асырға ярҙам итте. Рәхмәт уға. Беҙҙең спорт йыһаздары бар – мата, гантель, велосипед һәм башҡалар. Күпләп балалар, өлкәндәр, йәш спортсылар шөғөлләнергә йөрөй. Ҡартмын, әммә мин бәхетле – үҙемде йәш итеп тоям, сөнки бында күп балаларҙы уҡытам һәм улар һаны көндән-көн арта бара, – тине Джефф Монсон. Джефф Монсон республика халҡына спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа иғтибар өсөн рәхмәт әйтте. Рәмилә МУСИНА фотоһы.
Джефф Монсондан ниңә Башҡортостанға йәшәргә килеүен һораным
5 июня 20245 июн 2024
1 мин