4 июндә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе партия конференцияһында делегаттар Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауҙарына кандидат итеп күрһәтте. “Берҙәм Рәсәй” форумына райондарҙан килгән вәкилдәр ҙә Радий Хәбировтың киләһе мөҙҙәттә республикала эшләүен дауам итергә теләүен белдерҙе, ошо хаҡта фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ошо хаҡта Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгиз Ишҡәле улы Аҙнаев “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһенә һөйләне. – Үҙебеҙҙең райондан “Бөтә Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе форумына үҙ теләгебеҙ менән килдек. Партия ҡарарын һәм Радий Фәрит улы алып барған йүнәлеште хуплайбыҙ. Беҙ – бергә! Һуңғы йылдарҙа ауылдарға иғтибар артты. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаштыҡ. Ул да бит Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса уҙғарыла. Уның башланғысында ауылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыу программаһы ғәмәлгә ашырылды. Мәҙәниәт йорттары гөрләп эшләп тора. Республика етәкселегең ярҙамын тоябыҙ, шуның өсөн дә ихлас күңелдән халыҡ менән эшләп йөрөйбөҙ. Киләс