Найти тему
Башҡортостан гәзите

50 тапҡыр барған кешене Шайморатов миҙалы менән бүләкләйәсәкбеҙ

Бөгөн, 4 июндә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканан мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр өсөн адреслы ярҙам менән 127-се гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һөйләүенсә, колонна составында 19 ҙур йөк автомобиле, 11 оҙатыусы транспорт автомобиле, бөтәһе 51 кеше юлға сыҡҡан. Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн адреслы ярҙам йыйыуҙы Архангел, Асҡын, Балтас, Баймаҡ, Балаҡатай, Благовещен, Дүртөйлө, Иглин, Краснокама, Мәсетле, Нуриман, Туймазы райондары, Бөрө, Күмертау, Октябрьский, Сибай ҡалалары хакимиәттәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған граждандар ойошторған. Йөк составына 24 автомобиль, ағас материалдары, күсмә мунсалар, квадрокоптер, дрондарҙы көмбәҙле баҫтырыусы, маскировка селтәрҙәре, маскировка костюмдары, бысҡылар, генераторҙар, автомобиль өсөн запас частар, окоп шәмдәре, буржуйка мейестәре, газ баллондары, газ плиткалары, тимер селтәрҙәр, төҙөлөш ҡоралдары һәм материалдары, шәхси гигиена саралары, күсмә матрастар, пледтар, мендәрҙәр, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм туғандарынан посылкалар инә. – Хәрбиҙәр өсөн гуманитар йөк муниципалитеттар, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған граждандар ҡатнашлығында ойошторолдо. Республика райондарында йәшәгәндәр маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре эшләй, йылы ойоҡбаш, бейәләй бәйләй, хужалыҡ-көнкүреш кәрәк-яраҡтары, хаттар ебәрә, - тип билдәләне Ирек Сәғитов. Республика Башлығы гуманитар йөктәрҙе оҙатып йөрөгән водителдәр һәм ҡотҡарыусылар менән аралашты, уларға имен юл теләне. Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовҡа гуманитар конвойҙар составында 50-нән ашыу рейс яһаған водителдәрҙе Шайморатов миҙалы менән бүләкләү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Республика Башлығы шулай уҡ йәш спортсылар – 11 йәшлек Рәшит һәм 9 йәшлек Рамаҙан Ғабдулхакимовтар, уларҙың ата-әсәләре Эдуард һәм Алина менән аралашты. Рәшит менән Рамаҙан – Иглин ауылынан көрәш үҙәге тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең приз аҡсаһына яугирҙәребеҙ өсөн тактик юрғандар һатып алған. “Ысын ирҙәр үҫә, был ир-егеттәрҙең лайыҡлы эше. Рәхмәт һеҙгә, балалар”, — тине төбәк Башлығы. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль Советы секретары Сергей Перминов билдәләүенсә, яугирҙәребеҙгә бындай ярҙам бик кәрәк. – Ил күләме буйынса республика башҡарған эштәр һоҡланырлыҡ. Туғыҙ мең тоннанан ашыу йөк, 127 ҙур гуманитар ылау. Республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашыра. Ярҙамға мохтаж һәр кемде оҙатып баралар. Был мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, яңы биләмәләрҙә шефлыҡҡа алынған райондар бар. Был процестарҙа Башҡортостан Башлығының йөҙ процент ҡатнашлығы барлығын күрәбеҙ. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт һәм республика халҡы алдында баш эйәм. Башҡортостан алға, дөйөм еңеүгә табан бара, – тине Сергей Перминов. – Бөгөн юлға сыҡҡан водителдәрҙең береһе инде 71-се тапҡыр гуманитар йөк алып бара. Шуға күрә 50 тапҡыр барған кешене Шайморатов миҙалы менән бүләкләйәсәкбеҙ, тинем. Улар ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Бына шундай ҡыйыу эштәр. Бүләк фондын йыйған һәм яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡорамалдар һатып алған малайҙарҙың эше һоҡландыра. Минеңсә, Бөйөк Ватан һуғышынан бирле бындай хәл булмаған. Шуға ла барыһы ла ошо хәстәрлек менән йәшәй. Һәм мин, ысынлап та, Башҡортостанда бынан ситтә ҡалған ғаиләне белмәйем. Барыһы ла ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров. Азат Мөхәмәтйәнов Һәм Илшат Ҡаҙаҡҡолов фотолары.